Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
31 Июль 2021, 04:00

Күршеләр беҙҙең тәжрибәне уртаҡлаша

Беҙҙең республика милли проекттарҙы бойомға ашырыуға тәүгеләрҙән булып ҡушылған һәм ҙур белем, оҫталыҡ туплап өлгөргән.

Күршеләр беҙҙең тәжрибәне уртаҡлашаКүршеләр беҙҙең тәжрибәне уртаҡлаша
Күршеләр беҙҙең тәжрибәне уртаҡлаша

Удмурт Республикаһының Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге вәкилдәре Башҡортостанға килеп, "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусы предприятиелар тарафынан тормошҡа ашырылған иң яҡшы ғәмәлдәр менән танышты.

"Милли проект буйынса эш алып барғанда башҡа төбәктәрҙәге тәжрибәне уртаҡлашыу бик мөһим. Беҙҙең республика өҫтөнлөклө программа сараларын бойомға ашырыуға тәүгеләрҙән булып ҡушылды һәм ҙур белем, оҫталыҡ туплап өлгөрҙө", – тине Башҡортостан иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.

Удмурт Республикаһы делегацияһы "Контроль пакет", "Өфө ҡала һөт заводы" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең, "Аҙыҡ-түлек сәнәғәте" акционерҙар йәмғиәтенең эшмәкәрлеген өйрәнде. Был ойошмалар Башҡортостандың Хеҙмәт етештереүсәнлеге өлкәһендә компетенциялар төбәк үҙәге белгестәре тарафынан тәжрибә уртаҡлашыу һәм "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектында ҡатнашыусы яңы предприятиеларға һаҡсыл етештереү принциптарын танытыу йәһәтенән модель тип билдәләнгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: Башҡортостан Хөкүмәте хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу буйынса сараларҙа ҡатнашыу тураһында 113 предприятие менән килешеү төҙөгән. "Хеҙмәт етештереүсәнлеге" милли проектына ярашлы 1900 хеҙмәткәр махсус уҡыуҙарҙа ҡатнашҡан.

Был саралар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Фото: economy.bashkortostan.ru

Автор:Даян Мазитов
Күршеләр беҙҙең тәжрибәне уртаҡлаша
Күршеләр беҙҙең тәжрибәне уртаҡлаша
Автор:
Читайте нас