

Тиҙҙән мәҙәниәт усағы заманса талаптарға яуап бирәсәк.
Әле бында һүтеү эштәре тамамланған, төҙөүселәр бинаның тышҡы стеналарын йылытыу менән шөғөлләнәләр. Иҫке тәҙрәләр өр-яңы евро тәҙрәләргә алмаштырылған. Санузелды төҙөкләндереү ахырына яҡынлаша. Ремонтты сентябрь аҙағынан тамамларға ниәтләйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, “Мәҙәни мөхит” проектының маҡсаты – мәҙәниәт инфраструктураһын үҫтереү, халыҡтың мәҙәниәт өлкәһендәге хеҙмәттәрҙән файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу. Проект ауыл ерендәге мәҙәни-ял учреждениеларын төҙөкләндереүгә, яңыларын төҙөүгә йүнәлтелә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/128287
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/128287