Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Июль 2021, 10:00

Балалар йәйге ялда ГТО тапшыра

Балалар үҙ һөҙөмтәләренә ҡыуаныс кисереү менән бер рәттән иптәштәре өсөн янып көйә, үҙҙәрен ҙур спорт командаһының бер өлөшө тип ҡабул итә. 

Балалар йәйге ялда ГТО тапшыра
Балалар йәйге ялда ГТО тапшыра

“Әлшәй районында йыл һайын йәйге лагерҙарҙа ял иткән балаларға ГТО комплексын тапшырыу мөмикнлеге булдырыла. Был эште муниципаль тестлау үҙәге ойоштора”,  - тип хәбәр итте район хакимиәтенең спорт комитеты етәксеһе Динар Әхмәдрисламов.

ГТО тапшырыу Раевка ауылындағы стадионда үткән. Нормативтар тапшырыу сараһында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм Пионерҙар йорто лагерҙарына йөрөгән 85 бала ҡатнашҡан. Бындай мөмикнлек балаларға йәйге ял осоронда үҙеңде формала тоторға ярҙам итә.

Тестлау үҙәге судьялары балалар өсөн урындан һикереү, гимнастика эскәмйәһендә күнекмәләр яһау, ятып аяҡты һәм ҡулды бөгөү, арҡала ятҡан килеш тән өлөшөн ҡалҡытыу, ваҡ аҙымдар менән йүгереү кеүек һынауҙар ҡуйған.

“ГТО нормативтарын тапшырыуҙы уҡыусылар ҙур ваҡиға тип ҡабул итә. Ошоноң ише саралар физкультура һәм спортҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтыра. Балалар үҙ һөҙөмтәләренә ҡыуаныс кисереү менән бер рәттән иптәштәре өсөн янып көйә, үҙҙәрен ҙур спорт командаһының бер өлөшө тип ҡабул итә”, - ти Динар Марат улы.

Мәктәп уҡыусыларының спортҡа һәм сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыуы ил Президенты Владимир Путиндың “май” указына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проектының да төп маҡсаттарының береһе булып тора.

 

Фото: Әлшәй район хакимиәтенең спорт комитеты.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Балалар йәйге ялда ГТО тапшыра
Балалар йәйге ялда ГТО тапшыра
Автор:
Читайте нас: