Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июль 2021, 23:53

Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аяҡ баҫһа ла...

Иреккә сыҡҡас та тормошто өр-яңынан башлау өсөн әллә күпме баш ватырға, уйланырға тура килә иргә...

Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аяҡ баҫһа ла...
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аяҡ баҫһа ла...

Тормош булғас, әсеһен дә, сөсөһөн дә татырға тура килә. Өфөлә йәшәгән Алик Ғарифуллинға ла барыһы ла яй ғына килеп тормай. Иркенән мәхрүм ителгәс, донъяның аҫты өҫкә килгәндәй була. Иреккә сыҡҡас та тормошто өр-яңынан башлау өсөн әллә күпме баш ватырға, уйланырға тура килә.

Тәүҙә Калинин районының Мәшғүллек үҙәгенә ҡыйыр-ҡыймаҫ мөрәжәғәт итә. Ярҙам итерҙәренә ышаныс бағламаһа ла, бәхетен һынап ҡарамаҡсы була. Бында уны иғтибар менән тыңлайҙар, һорашалар һәм идеяһын тормошҡа ашырырға ярҙам итәләр. Ир бизнес-планды уңышлы яҡлай, бүленгән аҡсаға ҡорамал һатып алып, йыһаздар эшләү буйынса цех аса. Хеҙмәт һөйөүсәнлек, ныҡышмаллыҡ һәм социаль контракт ярҙамында быға өлгәшә ул.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдан башлап республикала ярлылыҡ кимәлен ике тапҡырға кәметеү һәм халыҡтың килемен арттырыуға йүнәлтелгән  федераль проект тормошҡа ашырыла. Адреслы социаль ярҙам социаль контракт нигеҙендә аҙ килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәгән аҙ килемле граждандарға тәғәйенләнгән. Йән башына тура килгән килемдәре республикала билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән кәм булған осраҡта, улар социаль ярҙамға дәғүә итә ала.

Социаль контракт буйынса күрһәтелгән ярҙам ғәҙәттәге бер тапҡыр бирелеүсе һәм айлыҡ түләүҙәрҙән ныҡ ҡына айырыла. Төп айырмаһы шунда – социаль контракт тәү сиратта ғаиләгә ярлылыҡтан сығып, үҙ-үҙен тәьмин итеүгә күсеүгә йүнәлтелгән. Шәхси эшҡыуарлыҡ  эшмәкәрлеге, былтырғы йомғаҡтар буйынса, адреслы социаль ярҙам сараларының ҙур ихтыяж менән файҙаланылған йүнәлеше булды. Быйыл программаны тормошҡа ашырыуға 435,4 миллион һум аҡса бүленгән, дүрт меңдән ашыу социаль контракт төҙөү планлаштырыла.

Республика халҡы менән июль башында 2 401 социаль контракт төҙөлгән, түләүҙәр суммаһы 232 миллион һум тәшкил итә. Эш башлаусылар менән 535 социаль контракт төҙөлгән. Хеҙмәт урыны эҙләгән, шәхси хужалыҡ алып барырға теләгән, ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр ҙә социаль контракт нигеҙендә аҡса алған. Был мәсьәлә кемдәрҙе ҡыҙыҡһындыра, Республика халыҡты социаль яҡлау үҙәгенең урындағы филиалдарына, Күп функциялы үҙәктәргә мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем “Бәләкәй  һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының финанс ресурстарын алыуға, шул иҫәптән  льготалы финанслауға, мөмкинлектәре арттырыласаҡ. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәрҙең һанын, шәхси эшҡыуарҙарҙы ла индереп, 25 миллионға еткереү планлаштырыла.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 

 

 Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аяҡ баҫһа ла...
Ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына аяҡ баҫһа ла...
Автор:
Читайте нас: