Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июль 2021, 10:00

Был тармаҡҡа етди иғтибар бүленә

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 йылдың июнь һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт етештереүе Башҡортостанда - 106, беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләренә ҡарағанда, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 102,2 процент тәшкил иткән.

Был тармаҡҡа етди иғтибар бүленә
Был тармаҡҡа етди иғтибар бүленә

Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1 йылдың июнь һөҙөмтәләре буйынса сәнәғәт етештереүе Башҡортостанда - 106, беренсе ярты йыллыҡ һөҙөмтәләренә ҡарағанда, үткән йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, 102,2 процент тәшкил иткән.

"Республика Хөкүмәте сәнәғәт предприятиеларына әүҙем ярҙам итә, даими камиллаша һәм яңы ярҙам сараларын уйлап сығара. Шулай, мәҫәлән, машиналар эшләүгә айырыуса иғтибар бүленә. Күмертау авиация етештереү предприятиеһын заманлаштырып, “МАКС-2021” ависалонында “К-32А11М” вертолетын презентацияланыҡ. Ул Евросоюз илдәренә ташыу географияһын киңәйтә", - тип белдерҙе республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев.

Ул шулай уҡ, иҡтисад эшмәкәрлегенең 29 төрөнөң 21-ендә артыу һиҙелә, тип белдерҙе. Ыңғай үҫеш эшкәртеү производствоһында (105,8 процент), иҡтисадтың энергетика секторында (110,8 процент), һыу менән тәьмин итеү, һыу үткәреү, бысраҡты ликвидациялау, ҡалдыҡтарҙы йыйыу, утилләштереү өлкәләрендә (131,2 процент) һәм башҡа тармаҡтарҙа күҙәтелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ ҡыла.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
Был тармаҡҡа етди иғтибар бүленә
Был тармаҡҡа етди иғтибар бүленә
Автор:
Читайте нас: