Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июль 2021, 23:56

“Алға” булышлыҡ итәсәк

Республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында кадрҙар мәсьәләһе хаҡында һөйләштеләр.

“Алға” булышлыҡ итәсәк
“Алға” булышлыҡ итәсәк

Быйыл сентябрҙә “Алға” сәнәғәт-етештереү тибындағы махсус иҡтисади зонаһының Ишембай майҙансығында эш кейеме етештереү буйынса заманса автоматлаштырылған тегеү фабрикаһын – “Аркада” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен – асыу планлаштырыла.

Һанлы программалар ҡуйылған тегеү ҡоролмаларына 800 оператор идара итәсәк. Ағымдағы йылда тегеү ҡоролмалары буйынса тәғәйенләнешле уҡыу үткән 400 самаһы оператор эш урыны менән тәьмин ителәсәк. Кадрҙар мәсьәләһе хаҡында республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында һөйләштеләр.

"Проект халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә, яңы хеҙмәт урындары барлыҡҡа килтереүҙә, шулай уҡ төбәктең сәнәғәт ҡеүәтен, тауар етештереүҙе арттырыуҙа ҙур көскә эйә, - тип белдерҙе республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары Юрий Мельников. – Халыҡ мәшғүллеге үҙәге дәүләт хеҙмәте ҡарамағындағы уҡыу үҙәге базаһында “Тегеү ҡоролмаһы операторы” программаһы буйынса фабрикаға урынлашырға теләгән 500 эшһеҙ гражданды һәм хеҙмәт урыны эҙләгәндәрҙе ҡайтанан һөнәри йәһәттән әҙерләү тураһында ҡарар ҡабул итте".

Берекмә хеҙмәткәрҙәре Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу маҡсатына ярашлы уҡыясаҡ. Был сара этаптар буйынса атҡарыласаҡ. Беренсеһендә дистанцияла вебинар майҙансыҡта белем алһалар, икенсе этапта “Учалы тегеү фабрикаһы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтендә тәжрибә туплаясаҡтар.

Фото: Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы.

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Айһылыу Низамова
“Алға” булышлыҡ итәсәк
“Алға” булышлыҡ итәсәк
Автор:
Читайте нас: