Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июль 2021, 23:15

Үтә кәрәкле заманса ҡорамал

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында һанлы рентген диагностика комплексы эшләй башланы. 

Үтә кәрәкле заманса ҡорамал
Үтә кәрәкле заманса ҡорамал
Үтә кәрәкле заманса ҡорамал
Үтә кәрәкле заманса ҡорамал

Бишбүләк үҙәк район дауаханаһында һанлы рентген диагностика комплексы эшләй башланы. Дауаханаларҙа ҡорамалдарҙы яңыртыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы башҡарыла.

Был комплекс стандарт тикшеренеүҙәр өсөн булдырылған.  Хаҡы – 11,5 миллион һум.  Ул һанлы диагностик һүрәттәр алыу ғына түгел, ә ошо мәғлүмәттәрҙе эшкәртеү һәм артабан һаҡлап ҡалыу, тапшырыу мөмкинлеген дә бирә. Ҡорамалда тәүге 12 пациент тикшереү үтте лә инде.

“Рентген комплексы күп кенә йәшертен сирҙәрҙе асыҡлауҙа төп ролде уйнай, уның ярҙамында эске органдарҙың формаһын, ятышын һәм тонусын баһаларға мөмкин, юғары технологиялы рентген комплексы теләһә ниндәй диагностика өсөн дә тиҙ һәм аныҡ эшләргә форсат бирә, ул һәр клиника өсөн дә отошло әйбер”, – ти медицина ойошмаһының баш табибы Андриян Павлов.

Был комплекс  – инфекция, яман шеш һәм имгәнеү сирҙәрен алдан асыҡлау өсөн алыштырғыһыҙ ҡорамал, ти белгестәр.

 

Фото: yandex.ru.

 

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас: