Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Июль 2021, 23:09

Башҡортостан – дүртенсе урында

Рәсәй төбәктәренең июнь рейтингында Башҡортостан йәнә тәүге биш иң яҡшы субъект исемлегенә эләкте һәм әле дүртенсе урында.

Башҡортостан – дүртенсе урында
Башҡортостан – дүртенсе урында

Рәсәй төбәктәренең милли проекттарҙы яҡтыртыу буйынса мәғлүмәт һылтанмаларының июнь рейтингында Башҡортостан йәнә тәүге биш иң яҡшы субъект исемлегенә эләкте һәм әле дүртенсе урында.

Был күрһәткес буйынса бөтә Рәсәй рейтингында беренсе урынды - Чечен Республикаһы, икенселекте – Һамар өлкәһе, өсөнсө урынды Пермь крайы биләй. Башҡортостандан ҡала, йәғни бишенсе урында – Краснодар крайы.

Тәғәйен йүнәлештәрҙәге мәғлүмәт һылтанмалары буйынса ла Башҡортостан Рәсәйҙең  иң алдынғы төбәктәренең береһе иҫәпләнә. Мәҫәлән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары тарафынан билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса беҙҙең республикала 100 мәғлүмәт һылтанмаһы бар (ил буйынса икенсе урын), “Эшҡыуарлыҡ” милли проектына ҡарата 83 һылтанма донъя күргән (шулай уҡ икенсе урын).

 

Фото: bashinform.ru.

 

#ВладимирПутин

#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Башҡортостан – дүртенсе урында
Башҡортостан – дүртенсе урында
Автор:
Читайте нас: