Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Июль 2021, 09:41

Ул эште ябайлаштыра

Башҡортостандың Көнәркәшле сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты “Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһының 2021 йылдың беренсе ярты йыллығы эшмәкәрлегенә һығымта яһаны.

Башҡортостандың Көнәркәшле сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты “Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһының 2021 йылдың беренсе ярты йыллығы эшмәкәрлегенә һығымта яһаны. Шулай итеп, ташыусылар һаны – өс тапҡырға, заказсылар һаны 1,5 тапҡырҙан күберәккә артҡан.
– Эшҡыуарҙар секторына ярҙам итеү – республика етәкселеге тарафынан ҡуйылған мөһим мәсьәлә. Уны хәл итеү инструменттарының береһе - “Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһын файҙаланыу. Башҡа һанлы технологиялар кеүек, мәғлүмәт системаһы заказсыларҙың эшен ябайлаштыра һәм төбәктәге килешеүҙәр системаһының һөҙөмтәлелеген, үтә күренмәлелеген күтәрә, - тип белдерҙе Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.
“Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһының 2021 йылдың беренсе ярты йыллығы буйынса һөҙөмтәләре:
  • 3,5 меңдән ашыу заказсы , 5,2 меңдән ашыу ташыусы теркәлгән;
  • “Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһы ярҙамында 14 меңдән ашыу килешеү төҙөлгән;
  • Контракттар буйынса сумма 1,5 миллиард һумды ашҡан;
  • Экономиялау 5 процент тәшкил итәкн (86 миллион һумдан ашыу);
  • Бер процедураға ҡатнашыусылар һаны 1,1 берәмек булған.
  • “Аҙ күләмле сауҙа агрегаторы” мәғлүмәт системаһы процедураларҙы баһалау, анализлау, контролдә тотоу кеүек мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә. Ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ярҙам итеү өсөн барлыҡҡа килгән. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектының төп бурыстарының береһе.
  • Фото: Башҡортостандың Конкурентлы сәйәсәт буйынса дәүләт комитеты.
  • Автор:Айһылыу Низамова
    Автор:IMPORT Сервисный
    Читайте нас: