Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Июль 2021, 14:15

Тармаҡтың тәүге звеноһы яңыртыла

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының тармаҡтың тәүге звеноһын яңыртыу төбәк программаһына ярашлы, Асҡар дауаханаһына 11,5 миллион һумлыҡ рентген диагностика комплексы алынды. Яңы ҡорамалда табип-рентгенолог Гөлсөм Зәйнуллина һәм лаборанттар Әнисә Оморҙаҡова, Әлиә Ғәлиуллина эшләйәсәк.
Бөгөн Асҡар дауаханаһы райондың 44 мең кешеһен хеҙмәтләндерә. Яңы диагностика техникаһы күберәк пациенттарҙы хеҙмәтләндерергә ярҙам итәсәк. Дауахананың баш табибы Илгиз Килдейәров әйтеүенсә, яңы рентген аппараты нурланыу көсөргәнешен көйләй, сифатлы һүрәттәр бирә. Яңы быуын ҡорамалы табиптарҙың уң ҡулына әүереләсәк, диагнозды теүәл һәм тиҙ ҡуйырға ярҙам итәсәк.
Медицина техникаһын монтажлау өс этапта башҡарыласаҡ: тәүҙә уны урынлаштырыу өсөн бина һәм проект әҙерләнә, техника торошо тикшерелә, ҡорамал ҡуйылғандан һуң эшкә ҡушыла. Кәрәк тип табылғанда, персонал уҡытыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май" указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шулар араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор:Дина Арсланова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: