Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Июль 2021, 14:17

Ауыл балаларын хәстәрләп

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә республикала “Мәҙәни мөхит” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Ошо көндәрҙә Учалы районының Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол моделле китапханаһы базаһында “Ҙур үҫештең бәләкәй академияһы” тип аталған балаларҙы интеллектуаль һәм ижади үҫтереү үҙәге асылды.
Майҙан ике зонаға бүленгән – “Ижад биләмәһе” һәм “Белем биләмәһе”. Бынан тыш, башланғыс һәм урта класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән “Талантия” клубы ойошторолған. Клуб эшенә сәләмәтлек йәһәтенән мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙы ла йәлеп итеүҙе күҙаллайҙар.
Китапханала ауылдың, ғаиләләрҙең, иҫтәлекле урындарҙың тарихын өйрәнеү буйынса тикшереү эштәре лә алып бармаҡсылар.
Үҙәктең асылыуы айҡанлы мәктәп уҡыусылары һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҙур концерт әҙерләнә. Ҡунаҡбай, Балбыҡ, Ҡоҙаш, Ҡобағош ауылдарынан килгән мәктәп уҡыусылары ла үҙ һәләттәрен күрһәтә.
Балалар төрлө конкурстарҙа, спорт сараларында ҡатнашып күңел аса.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Автор:Римма Султанова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: