Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
6 Июль 2021, 10:13

Уҡыусылар өсөн – “Инженерлыҡ каникулы”

Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы асылған “Башҡортостан кванториумы” ике күсмә технопаркы июндә Шишмә һәм Әлшәй райондарындағы көндөҙгө мәктәп лагерҙары буйлап “Инженерлыҡ каникулы” тигән тур ойошторҙо.

Шишмә районында Келәш, Сайран, Иҫке Муса, Ҡара Яҡуп, Шөңгәккүл, 2-се Алкин, Әри ауылдарындағы 10 мәктәп балалары өсөн “Башҡортостан кванториумы робот техникаһы, виртуаль һәм тулыландырылған ысынбарлыҡ, пилотһыҙ авиация системалары һәм геоинформатика буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе. Инновациялы технологияларҙы өйрәнеү барышында балалар программаланған квадрокоптерҙар ярҙамында “туристарҙы ҡотҡарыу операцияһы”нда ҡатнашты, лабиринттағы кәртәләрҙе үтеү өсөн лего-конструкторҙан ультратауышлы датчик ҡуйылған тикшеренеүсе-роботты йыйҙы, пластиктан күҙлек яһаны, аэрофотоға төшөрөү менән шөғөлләнде, райондың билдәле шәхестәре менән танышыу өсөн “АR-тамға” яһаны, виар-шлем кейеп, тауҙар буйлап сәйәхәт итте, Ардуино платформаһы ярҙамында программаланған автономиялы светофор эшләне.
Әлшәй районының Раевка ауылындағы Пионерҙар һәм уҡыусылар йортонда “Башҡортостан кванториумы” күсмә технопаркының йәйге белем биреү сменаһы ойошторолдо. Унда райондың 20 мәктәбенән ҡатнаштылар.
“Инженерлыҡ каникулы” осоронда тормошҡа ашырылған проекттар балалар һәм өлкәндәр араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Күсмә технопарк артабан Благовещен һәм Стәрлетамаҡ райондарына юлланды.
Фото: education.bashkortostan.ru/presscenter/news/378858/
Автор: Лилия Давлетбакова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас