Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Июль 2021, 12:31

Өҫтөнлөк - сифатҡа

Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса республика программаһы тормошҡа ашырылыуын дауам итә. Ағымдағы йылда 360 подъезды һәм 112 күп фатирлы йортто ремонтлау планлаштырылған.

Улар:
1. Өфө ҡалаһында – 11 йорттағы 260 подъезд;
2. Баймаҡ ҡалаһында – 11 йорттағы 33 подъезд;
3. Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында – алты йорттағы 13 подъезд.
2021 йылдың 1 июленә ҡарата 56 күп фатирлы йорттағы 135 подъезда, 56 йорттағы 171 подъезда төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Шулай итеп, 40 йорттағы 91 подъезд ремонтланған, бынан тыш, йәнә 55 йорттоң 169 подъезында ремонт эштәре бара. Баймаҡта 11 йорттағы 33 подъезда, Бәләбәй районында, Приют ҡала тибындағы ҡасабаһында ремонт биш йорттоң 11 подъезында яһалған, бер йорттағы ике подъезда эштәр дауам итә.
Подряд килешеүҙәренә ярашлы, 1 сентябргә подъездарҙы ремонтлау буйынса төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланырға тейеш. Башҡортостан төбәк операторы тарафынан ремонт барған подъездарҙағы сифатҡа контроль буйынса эш даими бара. Атҡарылған хеҙмәттең сифаты буйынса иҫкәрмәләр булһа, подряд ойошмаларына уларҙы бөтөрөү буйынса яҙма бирелә.
Йорттарҙағы подъездарҙы ремонтлау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә атҡарыла.
Фото: Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас: