Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
5 Июль 2021, 07:28

Бульварҙы ремонтлау дауам итә

Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина бульварын капиталь ремонтлау дауам итә. Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә булдырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы атҡарыла.

Урамдың ремонтланасаҡ өлөшөнөң дөйөм оҙонлоғо 1,1 километр тәшкил итә. Бөгөн ошо бульварҙың Николай Дмитриев урамынан алып Завод урамына саҡлы арауығында юлсылар бордюр таштарын ҡуйыу, юл аҫтында ҡаласаҡ тупраҡты әҙерләү менән мәшғүл. Таҡ һанлы йорттар урынлашҡан яҡта техник һыҙаттар, йәйәүлеләр өсөн юл аша сығыу урындары, асфальт түшәү ҙә бара. Баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, проектҡа трассаның үҙәк һыҙатын яңыртыу, электр тапшырыуы һәм элемтә бағаналарын алмаштырыу ҙа ингән. Юл киңәйтеләсәк, өҫтәмә боролош урындары буласаҡ, светодиод яҡтыртҡыстар ҡуйыла.
Подрядсы эште 29 октябргә тамамларға вәғәҙә итә. Проекттың хаҡы – 168 миллион һум.
Фото Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас