Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Июль 2021, 08:25

Йөрәк эшмәкәрлеген тикшерәсәк

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Өфө ҡалаһының 21-се клиник дауаханаһына SonoScape S8Exp төҫлө ультратауыш сканеры алынды.

Портатив төҫлө ультратауыш сканеры юғары сифатлы һүрәтләнеш бирә алыуы менән әһәмиәтле. “Был аппарат дауахананың функциональ диагностика бүлексәһе ҡорамалына бик яҡшы өҫтәмә булып тора. Яңы ультратауыш сканеры нигеҙҙә йөрәк һәм ҡан тамырҙарына тикшеренеүҙәр үткәреү өсөн ҡулланыласаҡ“, - тине дауахананың баш табибы Ринат Нагаев.
Бынан тыш, ультратауыш аппаратының тағы бер мөһим функцияһы бар. Йөклө ҡатындарҙы ҡабул иткәндә уның ярҙамында яралғы үҫешендәге ҡайһы бер кәмселектәрҙе асыҡлап буласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстар булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән вафат булыу осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау, дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас