Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Июль 2021, 12:14

Ҡыраҡа итәгендә ҡунаҡ йорттары төҙөләсәк

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.

Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә. Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған ошондай кәңәшмәлә ике инвестиция проекты ҡаралды.
“Пляж – ғаилә өсөн уңайлы ял итеү мөхите” тип исемләнгән беренсеһе ҡала пляжын төҙөкләндереүҙе һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота. Уның маҡсаты - балалы ғаиләләр алыҫҡа барып ваҡыт һәм аҡса сарыф итеп аҙапланмаһын өсөн, урында ғына комплекслы ял итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу.
Проект уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта, 3-10 йәшлек балалар өсөн кәртәләнгән күңел асыу майҙансығы төҙөләсәк, ҙур булмаған пикник-зоналар булдырыласаҡ. Дөйөм алғанда, балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә рәхәтләнеп ял итеү өсөн барыһын да эшләү күҙаллана.
Проект инициаторына борсоған һорауҙарҙы ҡала хакимиәте менән бергә хәл итергә кәңәш ителде.
Икенсе проект “Ҡыраҡа һырты итәгендә ҡунаҡ йорттары” тип атала. Инициаторҙар эске туризмды үҫтереүҙе, район биләмәһенә туристар ағымын күберәк йәлеп итеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Шулай уҡ, биш яңы эш урыны ла булдырырға иҫәп тота.
Проект авторы ауыл Советы менән берлектә рөхсәтһеҙ сүплек мәсьәләһен хәл итәсәк.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта проекттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, инвесторҙарға уңыштар теләне. Уларға мәғлүмәт-консультация ярҙамы ла күрһәтеләсәк.
Фото: Яндекс.Дзен
Автор: Римма Султанова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас