Шул уҡ көндә балаға республика дауаханаһы белгестәре тарафынан ашығыс операция яһалды. Әле кескәй пациент клиниканың нейрохирургия реанимацияһында.
- “АНСАТ” вертолеты 2020 йылдың август айынан ауыр сирлеләрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ҡулланыла. Был еңел моторлы осоу аппараты заманса медицина модуле менән йыһазландырылған. Осош ваҡытында кисектергеһеҙ медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә тейешле ҡорамалдар бар, - ти һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева. - Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә пациентты тейешле урынға илтеү, махсус, шул иҫәптән, юғары технологиялы медицина ярҙамы алыуҙы тиҙләтәсәк. Башҡортостанда санитар авиация үҫешен тормошҡа ашырыу “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Уларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: һаулыҡ һаҡлау министрлығы.