- Беҙ Төрөшлө ауылы янында ғына Иҙәк буйынан 200 килограмм самаһы сүп-сар йыйҙыҡ. Шулай уҡ Үрге Иҙәк ауылы янындағы ял өсөн бүленгән биләмә һәм “Өфө ыласыны” спорт үҙәгенә ҡарай юл, күпер буйҙары таҙарып ҡалды. Әгәр беҙҙең өлгөгә башҡа предприятиелар ҙа ҡушылһа, Башҡортостаныбыҙҙың йылға-күл буйҙары таҙарып, матурайып ҡалыр ине, - тип башҡарылған эштәр менән таныштырҙы предприятиеның экология бүлеге начальнигы.