Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
2 Июль 2021, 05:15

“Килтергәнһең икән, алып кит!”

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

3 июлдә Башҡортостандың тәбиғәт биләмәләрендә тәүге тапҡыр “Ҙур туристик өмә” экологик акцияһы уҙғарыла. Сара Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы” төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Акция әүҙем ял һәм экотуризм яратҡандар араһында тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүгә йүнәлтелә.
– Сараның асылы күмәк йыйыштырыуҙар ойоштороуҙа түгел, ә был көндә тәбиғәт ҡосағына сыҡҡан туристарҙы, ситтән килгән ҡунаҡтарҙы, республика халҡын ошо биләмәләрҙе һәм уларҙағы һуҡмаҡтарҙы тәртипкә килтереүгә йәлеп итеү. Акция “Алып килгәнһең икән, алып кит!” принцибына һәм экологик мәҙәниәтте үҫтереүгә ҡорола, – тине Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек начальнигы Ринат Фәтҡуллин.
Экологик акция Башҡортостандың туризм буйынса дәүләт комитеты, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан туризм операторҙары ярҙамы менән ойошторола.
Әйткәндәй, ҙур туристик өмәгә теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн теркәлеүҙең кәрәге юҡ, ял иткән ерҙә сүп-сарҙы йыйып ҡапсыҡҡа тултырырға һәм фотоны #принёсзабери хештегы менән социаль селтәргә ҡуйырға, артабан сүп-сарҙы контейнерға ташларға кәрәк. Акция эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып уҙғарыла.
Фото: ecology.bashkortostan.ru/presscenter/news/377909/
Автор: Лилия Давлетбакова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас