Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
1 Июля 2021, 06:00

Хәйбулла районында “Үҫеш нөктәләре” асыла

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Хәйбулла районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, районда яңы “Үҫеш нөктәләре” барлыҡҡа киләсәк. Улар Сиҙәм, Һамар һәм Аҡъяр ауылдарындағы мәктәптәр нигеҙендә эшләйәсәк.
“Үҫеш нөктәләре” Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль программаһына ярашлы ойошторола. Хәйбулла районында ошо маҡсатҡа муниципаль бюджеттан 1 миллион 284 мең һум аҡса бүленгән. Әле биналарҙы төҙөкләндерәләр, заманса ҡорамалдар һатып алалар.
Яңы үҙәктә тәбиғәтте өйрәнеү, техник фәндәр буйынса белем аласаҡ, уйлап табыу һәләтен үҫтерәсәк, командала эшләргә өйрәнәсәк. Иртән тәғәйен мәктәп уҡыусыларына биология, физика, химия буйынса дәрестәр үткәрелһә, төштән һуң Сиҙәм, Һамар, Аҡъяр балалары ғына түгел, башҡа ауылдарҙан да өҫтәмә белем алырға киләсәктәр. “Үҫеш нөктәләре” яңы уҡыу йылынан эшләй башлай.
Фото: vk.com
Автор: Лилия Давлетбакова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас