Мәҫәлән, 2019 йылда модуль конструкциялар ярҙамында 28 фельдшер - акушерлыҡ пункты һәм бер табиплыҡ амбулаторияһы төҙөлдө, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы программаһы буйынса дүрт капиталь ФАП һалынды. 2020 йылда уларҙың һаны тағы ла артты - 94 фельдшер-акушерлыҡ пункты, өс табиплыҡ амбулаторияһы сафҡа индерелде. Был маҡсатҡа тотонолған средстволарҙың 62 проценты федераль бюджеттан бүленде. Бынан тыш, яңы медицина ҡорамалдары, йыһаздар һатып алынды.
Быйыл республикала йәнә 73 модулле ФАП төҙөү планлаштырыла, был маҡсатҡа федераль бюджет средстволары йүнәлтеләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.