Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
29 Июнь 2021, 04:14

Йәштәр көнөнә – бүләк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Дүртөйлө районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Дүртөйлөлә Йәштәр көнөндә “Город ОткрӨЙ” өр-яңы йәмәғәт киңлектәре системаһы: яңыртылған Ленин майҙаны һәм “Иген” киңлеге асылды. Объекттарҙа эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы һәм ҡаланың уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе һөҙөмтәһендә башҡарылды.
“Быйыл Йәштәр көнөн үҙенсәлекле ҡаршыланыҡ. Был көндә яңы йәмәғәт киңлектәрен: әүәлге һыра заводы биләмәһендә скейт-парк һәм Ленин исемендәге майҙанда амфитеатр астыҡ. Был ике объект үҙ-ара уңайлы йәйәүлеләр маршруты менән тоташтырылған. Хәҙер йәш быуын һәм әүҙем тормош алып барыусылар өсөн ҡалала рәхәтләнеп ял итеү, спорт менән шөғөлләнеү урыны барлыҡҡа килде. Йәмәғәт киңлектәре бының менән генә сикләнеп ҡалмаясаҡ, беҙ ҡалабыҙҙа ял зоналарын төҙөкләндереүҙе дауам итәбеҙ”, – тине Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Йәштәр көнө байрам салюты менән тамамланды.
Автор: Лилия Давлетбакова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас