Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
29 Июнь 2021, 04:07

Ландшафт дизайны өсөн кәрәк

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Мәләүез районында үткәрелгән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә ландшафт дизайны өсөн баҡса фигураларын әҙерләү буйынса оҫтахананы тормошҡа ашырыу буйынса проект ҡаралды.
Эльвира менән Альберт Батталовтар яңы эш урындары булдырырға һәм сувенирҙар һатыу буйынса киоск ойошторорға теләй. Был уй-маҡсат буйынса проект тормошҡа ашырыу өсөн әҙер, “рецептура” бар. Уңған йүнселдәр ҡайһы бер ижади әйберҙәрен Мәләүез районы хакимиәтендә үткәрелгән “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә күрһәтте. Мәләүез районы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, был кәңәшмәнән һуң бизнес-шериф Альберт Таймаҫов эшҡыуарҙар менән бергә етештереү өсөн уңайлы биналар ҡарарға сыҡҡан.
– Башланғыс этапта инвестициялар 800 мең һум тирәһе буласаҡ. Хакимиәт йәһәтенән кәрәкле ярҙам күрһәтелде һәм эшҡыуарлыҡтың тергеҙелеүенең башланғыс этабында консультация һәм методологик, шул иҫәптән социаль килешеү нигеҙендә адреслы социаль ярҙам күрһәтелде, - тип хәбәр иткән Альбер Таймаҫов.
Үрҙә күрһәтелгән ярҙам Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Фото: БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты.
Автор: Айһылыу Низамова
Автор:IMPORT Сервисный
Читайте нас