Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
6 Июнь 2021, 10:42
Өҫтәмә сауҙа урындары барлыҡҡа килде
Күмертау ҡалаһы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, урындағы эшҡыуарлыҡ субъекттарына комплекслы финанс, консультация, шулай уҡ мөлкәт йәһәтенән ярҙам күрһәтелә.
Был эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.
Күмертау ҡалаһы биләмәһендә сауҙа объекттары менән тәьмин итеү нормативтарына өлгәшеү өсөн стационар булмаған сауҙа урындары схемаһы раҫланған. Ошо көндәрҙә урындағы хакимиәттә үткәрелгән ултырышта ошондай урындар схемаһына үҙгәрештәр индерелде. Йәмәғәт туҡланыуы, аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар, кеүәҫ, емеш-еләк менән сауҙа итеү өсөн тағы ла туғыҙ урын барлыҡҡа килде. Бындай ярҙам саралары ҡалала йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.
Фото: vk.com
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"