Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
6 Июнь 2021, 10:44

Маммография ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡлаясаҡ

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” федераль проектына ярашлы, Өфөнөң 32-се поликлиникаһы яңы маммограф алды. Ҡорамалдың хаҡы – 12 миллион һум. Тәүге өс көн эсендә етмештән ашыу пациент тикшерелеү үткән.

Маммография һөт биҙҙәрен рентген ярҙамында тикшерә һәм уларҙың эске структураһының һүрәтләнешен ала. Яман шеште бик иртә стадияла асыҡларға, уңышлы дауаларға мөмкинлек бирә. Поликлиниканың баш табибы Алиса Мамаева әйтеүенсә, заманса аппаратта алынған һүрәттәр асыҡлығы, теүәллеге менән айырыла, сирҙе дөрөҫ диагностикаларға ярҙам итә. Уның әйтеүенсә, ҡырҡ йәштән өлкән һәр ҡатын-ҡыҙ маммографияны йылына бер тапҡыр үтергә тейеш.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологиялар индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновациялы медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанцияла мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас