Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
5 Июнь 2021, 07:02

Ҡала көнөнә бүләк әҙерләнә

Быйыл Өфө юлдарын капиталь ремонтлау дауам итә. Әлеге ваҡытта 8 март урамында яңы яҡтыртҡыстар һәм светофорҙар ҡуйыу башланды.

Быйыл Өфө юлдарын капиталь ремонтлау дауам итә. Әлеге ваҡытта 8 март урамында яңы яҡтыртҡыстар һәм светофорҙар ҡуйыу башланды.
Билдәле булыуынса, был урамда эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Уға ярашлы, 1,17 километр оҙонлоғонда юл участкаһы төҙөкләндерелә. Урамдың Минһажев урамынан алып Әй урамына тиклемге өлөшөн Ҡала көнөнә, 12 июнгә, асырға планлаштыралар.
Бөгөн юлдың был участкаһында асфальттың өсөнсө ҡаты түшәлгән, техник һыҙаттар һәм тротуарҙарҙы эшләйҙәр. Киләһе аҙнала юл тамғаһы һыҙыласаҡ, тинеләр Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге мәлдә 8 март менән Әй урамы киҫелешендә светофорҙар комплексын алмаштыралар һәм яҡтылыҡ бағаналары урынлаштыралар. Объектта бөтәһе 60 бағана ҡуйыласаҡ, 24 йәйәүлеләр үткәүеле, 35 светофор объекты, уларҙың унауһы тауышлы буласаҡ.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас