Сираттағы ижад миҙгелен япҡандан һуң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле Рәсәйҙең Себер тарафтарындағы ҡалаларында “Донъя тирәләй” тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһаны. Коллектив тәүге тапҡыр Муравленко, Ноябрьск, Губкинский һәм Яңы Уренгой ҡалаларында йырлы-моңло тамашалар тәҡдим итте.
Тамашасылар һәр сығышты йылы ҡабул итеп, төрлө халыҡтарҙың сәнғәт өлгөләре менән ихлас танышты. “Ҡыуыш янында”, “Оҫтабикәләр”, “Маршрут” башҡорт бейеүҙәре, татар халҡының “Өлгөр”, шулай уҡ рус, молдаван, аргентина бейеүҙәре, ансамбль солистары Венера Юлгилдина һәм Илшат Шәйхуллин башҡарыуындағы моңло йырҙар, Зәлиә Ғәниәтуллинаның ҡыл-ҡумыҙ сыңдары бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ҡурайсы-йырсы Юнир Һағынбаевтың дәртле ҡурай моңдарына күптәр бейергә төштө.
Ямал-ненец автономиялы округында йәшәгән милләттәштәребеҙ туған моңдарға һыуһауын йәшермәне, сит тарафтарҙа ла милли рухты һаҡлап йәшәргә тырышыуҙарын белдерҙе. Әйткәндәй, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең гастроле Ноябрьск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы ярҙамы менән ойошторолдо.
- Пандемия арҡаһында күсерелгән был гастролдәрҙе беҙ бер йыл көттөк. Себер тамашасылары һәр сығышыбыҙҙы көслө алҡыштар менән ҡаршы алды һәм оҙатты. Беҙ уларҙан иҫ киткес дәрт-дарман, күңел күтәренкелеге алдыҡ. Ундай тамашасылар алдында сығыш яһау – үҙе бер бәхет! – ти “Мираҫ”тың артистары.
Рәсәй халыҡтарының мәҙәниәтен киңерәк танытыуға булышлыҡ иткән бындай хеҙмәттәшлек алымдары ил Президенты Владимир Путиндың “Мәҙәниәт” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле.