Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Июнь 2021, 07:22

Ҡиммәтле ҡорамал ышанысты аҡлар

Яңауыл үҙәк район дауаханаһында 16 киҫемле яңы компьютер томографы файҙаланыуға тапшырылды. Заманса ҡорамал “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы алынғайны.

- Беҙҙең медицина учреждениеһында ошондай юғары кимәлдәге тәүге ҡорамал ул. Был ҙур ваҡиға етди әҙерлек эштәрен талап итте, - тине дауахананың баш табибы Тимур Мадьяров. - Ҡиммәтле медицина ҡорамалы өсөн радиация хәүефһеҙлеге талаптарына яуап биргән бина әҙерләнек, ремонт эштәре үткәрелде, белгестәрҙе уҡыттыҡ.
Яңы кабинетта йәш белгес – табип-рентгенолог Илхом Ҡадырмаев эшләй. Ижевск медицина академияһын тамамлағас, ике йыл Башҡорт дәүләт медицина университеты ординатураһында “Рентгенология” белгеслеге буйынса белем ала. Уның әйтеүенсә, компьютер томографияһынан башҡа ҡайһы бер хроник һәм киҫкен сирҙәрҙе асыҡлауы ауыр, ә яңы ҡорамал табиптар өсөн ҙур ярҙамсы буласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май “ указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарына өлгәшергә кәрәк. Шуларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош сифатын яҡшыртыу, иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә һанлы технологияларҙы индереү мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.
”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, ямаш шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас