Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
4 Июнь 2021, 07:20

Был саранан ситтә ҡалмағыҙ

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Рәсәй экологияһы” экологик системалар аҙнаһын иғлан итә.
“Рәсәй экологияһы” киң мәғлүмәт сараһы экологик системалар аҙнаһының башланыуы хаҡында иғлан итте. Редакция илебеҙҙең һәм тотош планетаның иң нескә экологик системалары хаҡында мәғлүмәт бирәсәк.
Белеүебеҙсә, йыл һайын 5 июндә Бөтә донъя тирә-яҡ мөхитте һаҡлау көнө үткәрелә. Ул 1972 йылда БМО-ның Генераль ассамблеяһы тарафынан барлыҡҡа килгәйне. Быйыл ошо ваҡиға ҡиммәтле экологик системаларҙы антропоген йоғонто яһауҙан һәм климат үҙгәрешенән һаҡлауға, тергеҙеүгә арналған. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проекты маҡсаттарын да тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.
БМО һигеҙ ҙур экологик системаны бүлә: урмандар, ауыл хужалығы ерҙәре, яландар, йылғалар һәм күлдәр, океандар, ҡала экологик системалары, торф һәм тауҙар.
“Экологик система – тупраҡ, атмосфера һәм башҡалар ҡараған тере тәбиғәт, тәбиғәт мөхите организмдары һәм компоненттары. Был – матдәләр, энергия, тере һәм тере булмаған тәбиғәт араһында мәғлүмәт алмашыныуын баһалаған система ул”, - тип аңлатҡан Рәсәй Фәндәр академияһының Урман институты директоры Александр Онучин.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас