Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
3 Июнь 2021, 04:25
Һөнәр алам тиһәң...
Баш ҡаланың мәшғүлек үҙәге иҫәптә торған эшһеҙҙәрҙән төрлө йүнәлешле һөнәри һәм өҫтәмә белем биреү өсөн махсус төркөмдәр туплай. Бының өсөн мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Уҡытыу “Демография “ милли проекты сиктәрендә, мәшғүллек үҙәге йүнәлештәре буйынса федераль ҡаҙна иҫәбенә башҡарыла. Курстар тамамланғандан һуң, һайланған программаға ярашлы, квалификация тураһында документ бирелә.
Ағымдағы йылдың июненән эшһеҙҙәр өсөн түбәндәге курстарҙа белем алыу мөмкинлеге буласаҡ: “Визажсы”, “Маникюр яһаусы”, “Заправка станциялары операторы”, “4-се разряд һаҡсыһы”, “Ашнаҡсы”, “Автомобиль ремонты буйынса слесарь”, “Стропальщик”.
Урта профессиональ йәки юғары белеме булғандарға түбәндәге курстар тәҡдим ителә: “1С: Предприятие 8”, “Бухгалтер”, “Ландшафт дизайны”, “1С: Предприятие 8 "Сауҙа менән идара итеү”, “Предприятиела тауар маркетингы һәм уны таратыу менеджеры”, “Персонал менән идара итеү буйынса белгес”, “Мәғлүмәти системалар буйынса 1С программаһын белгән хеҙмәткәр”, “Сауҙа менән идара итеү”.
Дәрестәр төркөмдәр тупланып бөткәс башланасаҡ.
Әгәр ҙә ошо форсаттан файҙаланып һөнәр алырға теләүселәр булһа, баш ҡаланың Мәшғүллек үҙәгенә (Ибраһимов бульвары, 47/1-се кабинет, телефоны: 251-54-11) йә иһә уның филиалдарына консультация һорап мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Шулай уҡ программала ҡатнашырға теләүселәргә эшһеҙҙәрҙең мәшғүллек йәһәтенән ихтыяждарын, ҡыҙыҡһыныуҙарын белеү өсөн махсус анкета һорауҙарына яуап биреү тәҡдим ителә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: static.tildacdn.com
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"