Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
3 Июнь 2021, 04:30

Байрамға тотош ғаилә менән килделәр

Йәй башланыу менән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө билдәләнә.

Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала был байрам киң билдәләнде. Ҡариҙел районының Ҡариҙел ауылындағы Мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда сағыу тамаша ойошторолдо. Үҙәк, Үҫмерҙәр һәм балалар китапханалары хеҙмәткәрҙәре ҡариҙелдәр һәм район ҡунаҡтары өсөн үҙ майҙансығын асты.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә Үҙәк район китапханаһы заманса ҡорамалдар һатып алды. Йыһазландырылған уҡыу залында байрам көнөндә “Тылсымлы китаптар донъяһы” күргәҙмәһе ойошторолдо. Унда балалар өсөн яңы әҙәбиәт, төрлө журналдар һәм 4D форматындағы китаптар һәм карточкалар ҡуйылғайны.
Ҡариҙел ауылындағы 1-се мәктәп уҡытыусыһы Лариса Зеленкина байрамға ғаиләһе менән килде. “Балалар ғына түгел, шулай уҡ беҙ, өлкәндәр ҙә, тамашаларҙан кинәнес алдыҡ. Асыҡ һауала асылған уҡыу залы барыһының да күңеленә хуш килгәндер, тип уйлайым. Үҙебеҙҙә яңы китаптар һайлап алдыҡ. Ошо көндәрҙә бөтә ғаиләбеҙ менән яңыртылған китапханаға барырға ниәтләйбеҙ”, – тине ул.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/105983
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/105983
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас