Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
2 Июнь 2021, 04:35
“Сизара” баҙарҙа үҙ урынын тапты
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Саҡмағош районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, төбәктә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү әүҙем үҫә.
“Сизара” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы – ошо өлкәлә уңышлы эшләгәндәрҙең береһе. Кооперативта 12 пайсы иҫәпләнә, бында өс өҫтәмә эш урыны булдырылған. Ул “Граждандарҙың башланғыстарына нигеҙләнгән килем килтереүсе проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереү” программаһында ҡатнашты һәм 2,8 миллион һумлыҡ грант алды. Был аҡсаға колбаса, фарш етештереү ҡорамалдары, һыуытҡыс һәм ыҫлау ҡулайламаһы һатып алынды. Былтыр кооператив 1,4 миллион һумдан ашыу күләмдә ит һәм колбаса ашамлыҡтары етештергән. Ул Саҡмағош ауылы һәм Өфө ҡалаһы халҡын экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән тәьмин итә, тауыҡ, ҡаҙ түшкәләрен, ит ыҫлау буйынса хеҙмәт күрһәтә. Әйткәндәй, кооперативтың продукцияһы тулыһынса сертификатланған.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/104449
Сығанаҡ:
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/104449
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"