Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
2 Июнь 2021, 04:32
Балаҡатайҙар хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!
Балаҡатай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектына ярашлы, районда урындағы халыҡтан ГТО нормаларын даими ҡабул итәләр.
“Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” комплексы бөтә ил өсөн физик тәрбиә системаһының норматив нигеҙенә әүерелде. Комплексты мәғлүмәти танытыу һәм популярлаштырыу йәһәтенән дә әүҙем эш алып барыла. Коронавирус пандемияһына бәйле сикләүҙәргә ҡарамаҫтан, спорт һөйөүселәр, ГТО комплексында ҡатнашыусылар һаны кәмемәне, киреһенсә арта төштө.
Ошо көндәрҙә Яңы Балаҡатайҙың 2-се урта мәктәбе биләмәһендә ГТО нормативтарын тапшырыу өсөн спорт майҙансығын асыу тантанаһы булды. Хәҙер теләге булған һәр кем саф һауала рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнә ала. Әйткәндәй, объектты асыу тантанаһы тамамланыу менән балалар дәррәү яңы майҙансыҡҡа юлланды.
Фото: belokatai.bashkortostan.ru/presscenter/news/370995
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"