Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендәге Вагон урамының Нехаев урамынан Эш урамына тиклемге участкаһында ремонт эштәрен башланылар. Объект оҙонлоғо – 0,7 километр.
Әлеге ваҡытта юлсылар әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Юлдың яраҡһыҙға әйләнгән япмаһын фрезлайҙар. Дөйөм алғанда, ул 5800 квадрат метрҙан ашыу тәшкил итәсәк. Яҡын арала подрядсы ойошма юлдарҙы тигеҙләй башлаясаҡ. Тағы тротуарҙарҙы, юл сиктәрен эшләү ҡаралған. Ремонтты тамамлағас, ҡала хеҙмәттәре юл һыҙығын һыҙасаҡ.
Ҡул ҡуйылған муниципаль килешеүгә ярашлы, эштәр 15 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш. Әммә юл хеҙмәттәре юлды ремонтлауҙы ваҡытынан алда атҡармаҡсы.
Фото: республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы.