Ул, Рәсәй Енәйәт кодексының 264-се статьяһына төҙәтмәләр индереү миллионлаған кешене эсеп рулгә ултырғандарҙан ҡотҡарасаҡ, тигән фекерҙә. Был тәҡдимде “Берҙәм Рәсәй” фракцияһы депутаттары индергән.
“Транспорт сараһы менән идара иткән водителдәрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу осраҡтарын анализлағанда шул күренә: уларҙың күбеһенең ошондай тәртип боҙоуы беренсе тапҡыр ғына түгел. Был күрелгән сараларҙың тейешле кимәлдә түгеллеге, етерлек тәьҫир итмәүе тураһында һөйләй”, – ти Зариф Байғусҡаров. Депутат “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” закон проектының Башҡортостандан координаторы булып тора.
Дәүләт Думаһы закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы. Унда эскән килеш автомобиль һәм башҡа транспорт менән идара иткәндәргә законды ҡатылаштырыу тәҡдим ителә. Йәғни, водитель икенсе тапҡыр ошондай уҡ тәртип боҙоуҙа эләкһә, уны енәйәт яуаплылығына тарттырыу һәм 300 - 500 мең һум күләмендә штраф һалыу ҡарала. Юл-транспорт ваҡиғаһы булмаған осраҡта ла, улар шундай язаға тарттырыласаҡ. Элек иһә икенсе тапҡыр эсеп тотолған осраҡта 200-300 мең һум штраф һалынды.
Бындай сара тәртип боҙоуҙарҙы кәметер, ти закон сығарыусылар.
“Ғинуарҙан апрелдә тиклем Башҡортостанда иҫерек водителдәр ҡатнашлығында 44 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгәнен, һигеҙ кешенең ғүмере өҙөлгәнен, 62-һенең йәрәхәтләнгәнен иҫәпкә алғанда, бындай ҡарарҙы ҡабул итеү иҫерек килеш ҡылынған аварияларҙы кәметер һәм законды күҙәтмәгән водителдәргә тәрбиәүи йоғонто яһар ине”, – тип белдерҙе республика ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов.
Закон проектына ҡарата яҙылған аңлатыу яҙмаһында 2017 йылда эскән водителдәр ғәйебе менән – 4,3 мең, 2018 йылда 4,6 мең кеше һәләк булған тип әйтелә. Шул уҡ ваҡытта 264-се статьяға ярашлы хөкөм ителгәндәрҙең күбеһе яңынан эскән килеш рулгә ултырған.
Закон сығарыусылар фекеренсә, законды ҡатылаштырыу 2024 йылға юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын 3,5 тапҡырға кәметәсәк. Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы тормошҡа ашырылған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты бурыстарын үтәүгә булышлыҡ итәсәк.