Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
29 Мая 2021, 13:57
Приютта 85 ғаилә өй туйларға әҙерләнә
Мәғлүм булыуынса, 2019 йылдан файҙаланыу һөҙөмтәһендә физик иҫкереүгә бәйле авария хәлендә тип танылған торлаҡ фондынан халыҡты күсереү Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Башҡортостанда ошо маҡсатта муниципаль берәмектәрҙә 2019 – 2025 йылдарға иҫәпләнгән Граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү буйынса адреслы пргграмма тормошҡа ашырыла.
Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында ошо программа буйынса күп фатирлы йорт һалына. Быйыл ҡасабала дөйөм майҙаны 3,8 мең квадрат метрлыҡ 11 йорттан 85 ғаиләне икенсе ергә күсереү планлаштырыла. Был маҡсатҡа Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалауға булышлыҡ итеү фондынан 127,8 миллион һум аҡса бүленде. Ике миллион һумдан ашыу республика ҡаҙнаһынан йүнәлтелде, 15,362 миллион һумды муниципалитет бирҙе.
Биш ҡатлы йорт 2020 йыл аҙағында төҙөлә башлағайны. Әле төҙөүселәр дүртенсе ҡатты һала, бүлемдәр ҡуйыла. Июнь аҙағында фасад эштәренә һәм инженерлыҡ селтәрҙәрен үткәреүгә, ә июль аҙағында ҡыйыҡты монтажлауға тотонмаҡсылар.
Төҙөлөштө быйыл көҙгә тамамлау күҙаллана.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: building.bashkortostan.ru/presscenter/news/370913/
Сығанаҡ:
СРК | Инфоповод (nationalpriority.ru)
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"