Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Май 2021, 19:00

Дәүләкән аҙыҡ-түлеге юғары баһаланды

28 майҙа “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабына йомғаҡ яһалды.

Был сарала Дәүләкән ит ярымфабрикаттары комбинаты еңеүсе тип танылды. Быға тиклем предприятиеға “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” тигән билдә тапшырылған ине, йәнә “Иң яҡшы 100 тауар” логотибы ла өҫтәлде.
“Аҙыҡ-түлек тауарҙары” номинацияһына “Покров”, “Нәзәкәтле”, “Мосолман” билмәндәре, голубцы, өсбошмаҡ, варениктар тәҡдим ителгән ине. Етештереүселәр белдереүенсә, конкурста уңышлы ҡатнашыу абруйлы ғына түгел, яуаплы ла. Тотош коллеективтың хеҙмәт емеше юғары кимәлдә булыуы отошло. Продукцияны етештергәндә урындағы сеймал файҙаланыла. Ә аҙыҡ-түлекте республикала ғына түгел, Силәбе, Свердовск, Ырымбур өлкәләрендә, Татарстанда һәм Мәскәүҙә лә һатыу ойошторолған. Өҫтәүенә Дәүләкән продукцияһын, сифатлы, тәмле аҙыҡ-түлекте, илдәге “Полушка”, “Магнит”, “Пятерочка”, “Йәрминкә” кеүек сауҙа нөктәләрендә табырға мөмкин.
Бәлки, киләсәктә Дәүләкән аҙыҡ-түлектәрен сит илдәрҙә лә һатыуға тәҡдим итерҙәр? Был Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итер ине.
Фото: Дәүләкән районы хакимиәте.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас