Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
28 Мая 2021, 04:20

Төҙөкләндереүҙә яңы технологиялар ҡулланыла

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Быйыл Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты буйынса дөйөм оҙонлоғо 300 километрҙан ашыу тәшкил иткән 237 төп объектта эш башҡарыу планлаштырыла. Уларҙа өр-яңы технологиялар, атап әйткәндә һалҡын ресайклинг технологияһы, асфальт-бетон ҡатнашмаһын күләмле проектлау алымы, геосинтетик материалдар ҡулланыласаҡ.
– Юл төҙөлөшөндә яңы технологияларҙы ҡулланыу һөҙөмтәһендә юл япмаһының сифаты яҡшыра һәм файҙаланыу ваҡыты арта, – тине транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Виктор Жульков.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, ремонтланған юл күләменә генә түгел, шулай уҡ сифатҡа ла ҙур иғтибар бирелә. Бының өсөн “РОСДОРНИИ”ла махсус “Яңы һәм иң яҡшы технологиялар, материалдар һәм технологик ҡарарҙар реестры” төҙөлгөн. Уға 789 материал, 250-нән ашыу конструкция һәм 360 технология индерелгән. Шуларҙың иң билдәлеләре Башҡортостан Республикаһы юлдарында быйыл йәй үк ҡулланыла. Мәҫәлән, Өфө агломерацияһы участкаларына Superpave күләмле проектлау алымы буйынса яһалған асфальт түшәлә. Уның үҙенсәлеге шунда: асфальт япмаһын һалғанда хәрәкәттең көсөргәнешлелеге һәм төбәктәге һауа шарттары иҫәпкә алына.
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас