Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
28 Май 2021, 04:22

Күҙгә көсөргәнеш булмай

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Стәрлетамаҡ 1-се клиник дауаханаһында нейрохирургия операцияларын башҡарыу өсөн стереотаксик микроскоп ҡайтарылған.

Ҡорамалдың хаҡы 17,9 миллион һум тора, ул федераль ҡаҙна иҫәбенә һатып алынған.
- Операция микроскобы яңы быуын визуализацион системаһына ҡарай, медицина инновацияларына технологик прогресс индереүсе ғәмәл булып тора.
Ҡоролма хирургка күҙенә көсөргәнеш төшөрмәйенсә операция майҙанын аныҡ күреү мөмкинлеген бирә. Был бигерәк тә оҙайлы операциялар яһағанда мөһим. Унан тыш, эш барышын видеоға яҙҙырып барырға мөмкин, - ти дауахананың баш табибы Андрей Палтусов.
Ағымдағы йылда төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәрен һәм беренсел ҡан тамырҙары үҙәктәрен медицина ҡорамалдары менән йыһазландырыу өсөн 287 миллион һум йүнәлтеү планлаштырыла.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына килгәндә, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған был ғәмәлгә ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник базаһы заманға ярашлы яңыртыла.
Фото: health.bashkortostan.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас