Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
28 Май 2021, 07:53

Борайҙа – ГТО фестивале

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Борай районы хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кисә райондағы барлыҡ хеҙмәт коллективтары өсөн “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы фестивале башланды.
Былтыр Борай ауылындағы һабантуй майҙанында яңы спорт объекты асылғайны. Муниципаль ГТО тест үҙәге өсөн майҙансыҡ Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектына ярашлы ойошторолдо. Әле унда физкультура менән даими шөғөлләнәләр, төрлө ярыштар үткәрәләр.
Кисәге сарала 72-се Янғын-ҡотҡарыу часы хеҙмәткәрҙәре ГТО нормативтарын тапшырҙы. Улар 60 метрға, ике, өс километрға йүгерҙе, турникта күтәрелде, оҙонлоҡҡа һикерҙе, спорт снарядын ырғытты һәм башҡа күнекмәләр яһаны.
“Әлеге сара барыһының да күңеленә хуш килде. Кәйефтәр күтәрелде. Янғын һүндереүселәрҙең яҡшы физик формала булыуы бик яҡшы, әлбиттә”, – тине балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе белгесе Гүзәл Ғибәҙуллина.
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/102786
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас