Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Милли проекттар
28 Май 2021, 04:11
Һарытауҙа “Һанлы ел” иҫте
Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, ошо көндәрҙә балалар, үҫмерҙәр һәм студент йәштәр араһында “Һанлы ел” халыҡ-ара компьютер эштәре конкурсына йомғаҡ яһалды.
Сара ете номинация буйынса уҙғарылды. Унда Рәсәйҙең, Беларусь Республикаһының, Ҡаҙағстандың, Украинаның 220-нән ашыу ҡалаһынан 4823 эш ҡатнашты.
Конкурсты Ю.А. Гагарин исемендәге Һарытау дәүләт техник университетының Ғәмәли мәғлүмәт технологиялары һәм коммуникациялары институты ойошторҙо. Уның маҡсаты – уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың иғтибарын заманса мәғлүмәт технологияларына йәлеп итеү, программа тәьминәте менән эшләгәндә практик оҫталыҡ алыу.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проектына ярашлы асылған “Башҡортостан кванториумы” балалар технопаркының VR/AR-квантумында шөғөлләнгән Альберт Иванцов һәм Надир Ишморатов конкурстың еңеүселәре иҫәбенә инде һәм Һарытау ҡалаһына тантанаға саҡырылды.
Сараға Альберт Иванцов әсәһе Екатерина Андреевна менән барҙы. Өфө командаһы конкурсҡа “VR-ҙа Восток ракетаһының осошо” проектын тәҡдим иткәйне.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыБашкортостан
Фото: srk.nationalpriority.ru/press_releases/102051
Сығанаҡ:
https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/102051
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"