“Росавтодор”ҙа Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиковтың рәйеслегендә юл эшмәкәрлеге программаһын төҙөү һәм уны тормошҡа ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов етәкселегендәге республика делегацияһы ҡатнашты.
"Бөгөн беҙ башҡарған эш ҙур әһәмиәткә эйә. Әле нәҡ транспорт тармағы үҫешен уңышлы алып барыуға булышлыҡ итеүгә нигеҙ һалына. Терәк селтәре составына инәсәк юлдарҙы һайлағанда субъекттар программаһы системалы үҫешәсәген, иҡтисадтағы шарттар үҙгәреүенә бәйле тулыланасағын күҙаллайбыҙ", – тине кәңәшмәлә Роман Новиков.
Башҡортостанда өс йыллыҡ программа нигеҙендә М-5 “Урал” Мәскәү – Рязань – Һамар – Өфө – Силәбе трассаһында ҙур эштәр ҡаралған, унда бер юлы алты участка реконструкцияланасаҡ, дөйөм оҙонлоҡ - 79 саҡрым. Бынан тыш, 2022 йылда юлсылар М7 “Волга” Мәскәү – Владимир – Түбәнге Новгород – Ҡазан – Өфө автомобиль юлының 1205 – 1218 саҡрымындағы участкаһына капиталь ремонт эшләйәсәк.
Республикала федераль автомобиль юлдары – 803, төбәк һәм муниципаль-ара кимәлдәгеләр 13 546 саҡрым тәшкил итә, уларҙың 55 проценты нормативтарға яуап бирә.
Башҡортостан Рәсәйҙең терәк селтәренә индереүгә төбәк аша үткән 44 автомобиль юлын тәҡдим иткән, уның оҙонлоғо - дүрт мең саҡрым.
Бөтә ил буйынса терәк юлдары селтәренә федераль әһәмиәттәге бөтә трассалар, шулай уҡ республика кимәлендәгеләр инәсәк. Илдең төп юлдары селтәре 138 мең саҡрым тәшкил итә, шул иҫәптән 61 меңе – федераль трасса, 77 мең саҡрымы – төбәк юлдары, уларҙың 14 мең саҡрымын федераль милеккә бирергә йыйыналар. Шулай уҡ әле ҡала агломерацияһына ингән урындағы юлдарҙың 55 мең саҡрымын терәк юлдарға индереү мәсьәләһе тикшерелә, ул Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы алып барыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.