Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
26 Май 2021, 09:39

Июлдең һәр өсөнсө шәмбеһендә үткәреләсәк

Был бик үҙенсәлекле сара Баймаҡ районында ойоштороласаҡ.

Йыл һайын июлдең өсөнсө шәмбеһендә Башҡортостанда “Башҡорт аты” башҡорт тоҡомло аттар республика фестивале үткәреләсәк. Был тәҡдим менән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) сығыш яһаған. Ошо хаҡтағы Указға 2021 йылдың 24 майында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйған.
Был фестиваль йылҡысылыҡты, ҡымыҙсылыҡты һәм милли йолаларҙы һаҡлап алып ҡалыу, үҫтереү, башҡорт тоҡомло аттар һанын арттырыу, популярлаштырыу маҡсатында үткәрелә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл сәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Башҡортостан Хөкүмәтенә 1 июнгә тиклем фестивалдең республика Хөкүмәте вице-премьеры Азат Бадранов рәйеслегендәге ойоштороу комитетын, фестивалгә әҙерлек һәм уны үткәреү буйынса планды раҫларға ҡушылған.
Баймаҡ районы хакимиәтенә ойоштороу комитетына сараға әҙерлек һәм уны үткәреүҙә ярҙам итергә тәҡдим ителгән.
Фото: “Башинформ”.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас