Уңыштарҙы күрмәү мөмкин түгел
Волга буйы федераль округында милли проекттар буйынса кәңәшмәлә Рәсәй Президентының ошо округтағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров әйтеүенсә, был проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышында 24 меңдән ашыу кешене авария хәлендәге торлаҡтан күсереүгә өлгәшкәндәр, 22 яңы мәктәп төҙөү уҡыусылар өсөн 15 мең урын булдырыу мөмкинлеге биргән. Күп кенә йүнәлештәрҙә, айырыуса аграр сәнәғәт комплексында һиҙелерлек уңыштар бар, ә “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография” һәм “Торлаҡ” милли проекттары буйынса эште көсәйтәһе бар икән.
Игорь Комаров Башҡортостандың да был йәһәттән уңышлы эшләүен билдәләне. Былтыр республикала 32 меңдән ашыу ғаилә “Демография” милли проектына ярашлы беренсе, өсөнсө һәм артабанғы балалар тыуыуына бәйле ай һайын бирелә торған түләү алған. Был финанс ярҙамының дөйөм күләме – биш миллиард һумдан ашыу. Былтыр Башҡортостанда 25 балалар баҡсаһы төҙөлгән һәм 98 мәктәпкәсә йәштәге учреждение ремонтланған. Һөҙөмтәлә 6,3 мең өҫтәмә урын барлыҡҡа килгән.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса 2020 йылда Башҡортостанда Республика онкология диспансеры сафҡа индерелде һәм 110 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлдө. Шулай уҡ республика, ҡала һәм район дауаханаларына 190 берәмек юғары технологиялы медицина ҡорамалдары һатып алынған. Бынан тыш та дауалау учреждениелары яңы йыһаз менән байытылып тора. Мәҫәлән, ошо милли проект нигеҙендә “Башҡортостан Республикаһында паллиатив медицина ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проекты буйынса Өфөләге 1-се поликлиниканың һәм 21-се дауахананың күсмә бригадалары яңы глюкометрҙар, тонометрҙар, махсус матрастар, кресло-коляскалар һәм ингалятор-небулайзерҙар менән тәьмин ителде. Әлеге мәлдә республика дауаханаларында автоматлаштырылған 10 мең эш урыны булдырыу мәсьәләһе хәл ителә, ул иҫкергән ҡорамалдарҙы алмаштырырға һәм медицина учреждениеларындағы компьютерҙарҙы яңыртырға ярҙам итәсәк.
“Мәғариф” милли проекты буйынса 34 учреждениены капиталь ремонтлау менән бергә ике яңы объект та файҙаланыуға тапшырылды, улар – Шаран районы үҙәгендәге мәктәптең башланғыс кластары өсөн яңы бина, Нуриман районының Первомайск ауылындағы мәктәп менән балалар баҡсаһы.
Был мәсьәләләр аҙна һайын ҡарала
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, Хөкүмәт Аппараты Етәксеһе Илшат Тажетдинов күптән түгел үткәргән сираттағы эш кәңәшмәһе милли проекттарҙа билдәләнгән сараларҙың үтәлешенә – республиканың ҡала һәм райондарында социаль әһәмиәтле объекттар төҙөлөшөнә арналды.
– Маҡсат күрһәткестәренә өлгәшеү һәм төбәк проекттарында билдәләнгән контроль нөктәләргә етеү эште тамамлауҙың “юл карталары”нда күрһәтелгән һәм килешеүҙәрҙә ҡаралған ваҡытына, төҙөү-ҡороу эштәренең графигын нисек күҙәтеүгә бәйле, – тине Илшат Азамат улы. – Был шарт ҡаҙнанан ошо маҡсаттарға сығымдарҙың да планлы рәүештә барыуын талап итә. Ошо мәсьәләләр аҙна һайын Хөкүмәттең һәр ултырышында ҡарала, шуға күрә кураторҙарҙың һәм төбәк проекттары етәкселәренең эштең барлыҡ этаптарында тейешле контролде күҙҙән ысҡындырмауы мөһим.
Кәңәшмәлә төбәк проекттары етәкселәре билдәләнгән объекттарҙың әҙерлеге һәм йыһазландырылыуы буйынса “юл картаһы”ның үтәлеше хаҡында отчет тотто. Һәр эш тә алдан күреп булмаған ваҡ-төйәк ҡаршылыҡтарҙан азат түгел, ә улар тап ошондай кәңәшмәләрҙә ҡарала һәм уларҙы хәл итеү йәһәтенән үҙ-ара килешелгән саралар билдәләнә лә инде.
Саралар араһында тәү сиратта иғтибар талап иткәндәре лә бар. Кәңәшмәлә шундайҙар рәтендә Нефтекамалағы 1225 урынлыҡ мәктәптең, “Янғантау” шифаханаһындағы 190 урынлыҡ балалар баҡсаһының әҙерлегенә айырым туҡталдылар. Артабан “Мәҙәниәт”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Экология” милли проекттарына ярашлы төҙөлгән башҡа объекттарҙағы хәлде ҡаранылар. Бынан тыш, Өфөлә, Октябрьскийҙа, Нефтекамала, Стәрлетамаҡта һәм Салауатта торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү маҡсатында һалына башлаған, 2020–2024 йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылырға тейешле ҙур инфраструктура объекттары буйынса мәсьәләләр тикшерелде.
Күренеүенсә, милли проекттар буйынса төҙөлөп ятҡан объекттар байтаҡ һәм, нигеҙҙә, ҙур күләмле, шуға күрә кәңәшмә йомғаҡтары һөҙөмтәһендә мөһим күрһәтмәләр бирелде. Улар иҫәбендә – проекттарҙы тормошҡа ашырғанда килеп тыуыу ихтималы булған ҡыйынлыҡтарҙы алдан күреүҙе һәм уларҙы хәл итергә әҙер булыуҙы тәьмин итеү. Илшат Азамат улы республика Хөкүмәтенең федераль үҙәк менән төҙөлгән килешеүҙәрендә ҡаралған йөкләмәләрҙең планда күрһәтелгән ваҡыт эсендә үтәлеүе мотлаҡ икәнен тағы бер иҫкәртте.
Белешмә өсөн: әлеге ваҡытта Башҡортостандың федераль башҡарма власть органдары менән төҙөлгән килешеүҙәренә ярашлы, республикала дөйөм финанслау күләме 26,4 миллиард һум тәшкил иткән 45 төбәк проекты тормошҡа ашырыла, шуның 17,1 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.
Рөстәм МОРАТОВ,
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры:
– Иң мөһим милли проекттарҙың береһе – “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ”. Был хаҡта милли проекттар буйынса былтырғы эшмәкәрлеккә яҡынса йомғаҡ яһауға арналған Хөкүмәт ултырышында Илшат Азамат улы ла әйтеп үтте. Былтыр республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының һаны кәмене, ләкин ундай предприятиеларҙағы мәшғүлдәр һаны, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 3,5 процентҡа артҡан, әле тармаҡта 443 мең кеше эшләй.
Эшҡыуарлыҡҡа ярҙам маҡсатында булдырылған финанс үҫеше институттары капиталын арттырыу әүҙем барҙы, был Башҡортостан микрокредит компанияһына, Башҡортостандың Гарантия фондына һәм Лизинг фондына ҡағыла. Республиканың “Минең эшҡыуарлыҡ” үҙәге Рәсәй төбәктәре араһындағы тәүге биш алдынғы ойошма исемлегенә инде. Был үҙәк былтыр 13,5 меңдән ашыу консультация ярҙамы күрһәткән. Күптән түгел Стәрлетамаҡ һәм Күмертау ҡалаларында ла эшҡыуарлыҡ үҙәктәре астыҡ. Өфөләге “Киләсәк фабрикаһы” инновация эшҡыуарлығы йорто үҙгәртеп ҡоролдо.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам буйынса муниципаль программаларға ярашлы ошо өлкәләге меңдән ашыу предприятиеға 389 миллион һум бүленде. Бынан тыш, 675 миллион һумлыҡ микрозаймдар таратылды. Яңы йүнәлеш – Социаль эшҡыуарлыҡ – үҫтерелә, беҙҙә хәҙер шундай 191 субъект булдырылған, был күрһәткес буйынса Рәсәйҙә икенсе урында киләбеҙ.
Былтыр федераль ҡаҙнанан йәлеп ителгән һәм тотонолған суммаға килгәндә, шуны әйтергә мөмкин: былтыр бюджеттан ғәмәлдә 96,2 миллиард һум килде, 2019 йыл менән сағыштырғанда, был 46,7 процентҡа күберәк. Ошо суммаға, бюджет системаһын урап үтеп, төбәк ҡаҙнаһына туранан-тура килеп ингән, йәғни предприятие һәм учреждениеларға күсерелгән 28,9 миллиард һумды ла өҫтәргә кәрәк. Милли проекттарға был сумманың 16 проценты тура килә.