Бында торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереүҙә һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу буйынса ҙур тәжрибә тупланған. Күсмә ултырышта ҡатнашҡан белгестәр сүп-сар өсөн контейнер майҙансыҡтарын һәм ошо программаға ярашлы төҙөкләндерелгән йәмәғәтселек биләмәләрен ҡараны. Улар иҫәбендә – “Мәктәп” скверы, 12 мең кеше йәшәгән 34-се микрорайондағы күмәк ял урыны.
– Октябрьский ҡалаһында һәйбәт миҫалдар менән таныштыҡ, – тине республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова. – Хакимиәт төҙөкләндереү эштәрен даими контролдә тотһа, подряд ойошмаһының һәр аҙымы заказсы менән килешеп эшләнһә, һөҙөмтә барыһын да ҡыуандырырлыҡ була. Беҙ зауыҡ менән төҙөкләндерелгән һәм дөрөҫ ойошторолған биләмәләрҙе күрҙек. Ҡала паркында урынлаштырылған бәләкәй архитектура формаларының Октябрьскийҙың үҙендә үк етештерелеүе лә – шатлыҡлы хәл.
Ирина Голованова билдәләүенсә, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙың төп үҙенсәлеге – уларҙы һайлап алыуҙа халыҡтың әүҙем булыуы. Былтыр ҡала мөхитен үҫтереү мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҡатнашҡан граждандарҙың өлөшө 15 процентҡа еткән. Министр вазифаһын башҡарыусы шуны ла иҫкә төшөрҙө: “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” программаһы нигеҙендә быйыл 26 апрелдән 30 майға тиклем 2022 йылда төҙөкләндереләсәк йәмәғәт биләмәләрен һайлап алыу буйынса тауыш биреү үткәреләсәк. Был сара za.gorodsreda.ru порталында эшләй башланы ла инде. Башҡортостан халҡы, Рәсәйҙең башҡа төбәк халыҡтары кеүек үк, милли проектҡа ярашлы яңыртыласаҡ йәмәғәт биләмәләре һәм ихата майҙансыҡтары өсөн тауыш биреү мөмкинлеге аласаҡ.
Күсмә ултырышта, тәбиғи, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының былтырғы эшмәкәрлеге һәм 2021 йылға бурыстар тураһында ла һүҙ барҙы, шул иҫәптән республиканың коммуналь хужалығының торошон сағылдырған күрһәткестәр ҙә яңғыраны. Мәҫәлән, ҡала халҡының үҙәкләштерелгән һыу үткәргестәр селтәре аша сифатлы һыу менән тәьмин ителгән өлөшө 96,3 процентҡа еткән, бөтә төр төҙөкләндереү яһалған торлаҡ фонды майҙаны дөйөм фондтың 69,5 процентын тәшкил итә. Был күрһәткес буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында дүртенсе урынды биләй.
Коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре, әлбиттә, төҙөкләндереүгә генә ҡайтып ҡалмай, улар бер-береһенә тығыҙ бәйле. Йылылыҡ өсөн түләүҙең артыуы, үткән йылытыу миҙгелен ойоштороуҙың сифаты, торлаҡ-коммуналь хужалығын һанлы идара итеүгә күсереү, күп фатирлы йорттарҙы ремонтлауҙа энергияны һаҡсыл тотоноу һәм башҡа мәсьәләләр ҙә тикшерелде күсмә ултырышта. Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалығы тотороҡлолоғо менән билдәле һәм Рәсәйҙең Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы уны бер нисә тапҡыр яҡшы яҡтан билдәләп үтте, беҙҙең республика министрлығы башлаған ҡайһы бер проекттар башҡа төбәктәр өсөн дә тәҡдим ителде.