Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Милли проекттар
15 Мая 2021, 18:33

Камиллашырға булышлыҡ итә

Стәрлетамаҡ предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли пректы ҡатнашыусыларында – предприятиеларҙа – хеҙмәт етештереүсәнлеге ике тапҡырға тиерлек артҡан. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов белдерҙе.
– “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектын тормошҡа ашырыу эшҡыуарлыҡты һөҙөмтәле алып барыуға шарттар тыуҙырырға булышлыҡ итә. Пандемия предприятиеларға алмашына башлауҙың, яңы ҡарарҙар ҡабул итеүҙең, етештереү процестарын системалаштырыуҙың мөһим икәнлеген күрһәтте. Һаҡсыл технологияларҙы сафҡа индереү камиллашырға һәм иҡтисади һөҙөмтә алырға булышлыҡ итә. Республикалағы ҙурлығы буйынса икенсе ҡалала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ете предприятиела тормошҡа ашырылған. Предприятиеларҙағы беренсел иҡтисади һөҙөмтә 1 миллион һумдан ашҡан, - тип белдерҙе Рөстәм Моратов.
Әле республикала барлығы 106 предприятие “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проекты ҡатнашыусыһы булып тора.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас