Өфөлә Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл айырсаһы төҙөкләндерелә. Күптән түгел сираттағы оператив кәңәшмәлә Өфө ҡала хакимиәтенең Төҙөлөш, юл ремонтлау һәм яһалма ҡоролмалар идаралығы етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Константин Паппе Салауат Юлаев һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге юл айырсаһын төҙөкләндереү барышы хаҡында белдерҙе.
– 18 – 23 апрелдә – икенсе һәм өсөнсө таяуҙар араһындағы 14, 29-30 апрелдә беренсе һәм икенсе таяуҙар араһында биш өрлөк монтажланды. 12 майҙа 00 – 05 сәғәттә Салауат Юлаев проспекты буйлап транспорт хәрәкәте туҡталып торҙо һәм тағы өс өрлөк монтажланды, - тип аңлатты Константин Паппе. – Шулай итеп, 28 өрлөктөң 22-һе ҡуйылды.
Транспорт юлдарын реконструкциялау Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырыу барышында мөмкин була.
Фото: Өфө ҡала хакимиәте.