Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
14 Май 2021, 04:54

Күмертауҙа йәш хоккейсыларҙы бүләкләйҙәр

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостанда йыл һайын А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубындағы йәш хоккейсыларҙың республика ярыштары уҙғарыла. Бындай саралар балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе физик культураға һәм спортҡа күпләп йәлеп итеү, йәш быуынға физик, рухи, патриотик тәрбиә биреү, сәләмәт тормошто пропагандалау, тәртип боҙоуҙарҙы иҫкәртеү, бөтә Рәсәй ярыштарында ҡатнашыу өсөн һәләтле, көслө йәш хоккейсыларҙы асыҡлау маҡсатында уҙғарыла.
Бөгөн Күмертау ҡалаһындағы “Сапсан Арена” боҙ һарайында 2020-2021 йылғы миҙгелдә А.В. Тарасов исемендәге “Алтын шайба” клубының хоккей ярыштарында еңеүселәргә һәм призерҙарға сертификат тапшырыу тантанаһы була.
Мәғлүм булыуынса, “Алтын шайба” клубы ярыштары Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проекты нигеҙендә уҙғарыла. Командаларға хоккей экипировкаһы һатып алыуға 21 сертификат, шулай уҡ “Алтын шайба” клубы республика ярыштарының иң яҡшы тренерҙарына гранттар тапшырыла.
Фото: mmps.bashkortostan.ru/presscenter/news/366600/
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас