Һөҙөмтәлә был мөһим ваҡиғаға форумдың бар ҡатнашыусылары, шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилова, башҡа дәрәжәле ҡунаҡтар шаһит булды. Экрандың был яғынан дәрәжәле ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Руслан Булатов, Ҡариҙел ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ғабсадыҡов, Үҙәк район китапханаһы директоры Светлана Сәфәрова сәләмләне. Айҙар Шәйҙуллин үҙ сиратында республика етәкселегенә китапхананы яңыртып үҙгәртеү мөмкинселеге тыуҙырғандары өсөн рәхмәт әйтте.
Үҙгәртеп ҡороп, матди-техник базаны нығытҡандан һуң ул уҡыу, белемеңде арттырыу өсөн генә түгел, ә ялыңды йөкмәткеле үткәреү, төрлө идеяларыңды тормошҡа ашырыу өсөн дә уңайлы күп функциялы учреждениеға әүерелгән. Ғәҙәти уҡыу залы һәм абонемент урынына яңы функциональ зоналар барлыҡҡа килгән. Ял һәм аралашыу урынында балалар һәм ололар өсөн төрлө саралар үткәреү ҡарала. Балалар өсөн уҡыу һәм ижад итеү зонаһындағы өҫтәл уйындары, ҡоро бассейн, бизибордтар, интерактив иҙән бәләкәстәрҙе бында тартып торор. Әҙәби кафела тыныслыҡта сәй артында яратҡан китабың мөхитенә күмелергә мөмкин. “Экспериментаниум” музейында планетарий, интерактив глобус һәм башҡа мауыҡтырғыс әйберҙәр урын алған. Диспут, конференциялар үткәреү, Милли электрон китапханала мәғлүмәт эҙләү өсөн конференц-зал бар. Бындағы ҡоролмалар бәләкәй форматта баҫмалар сығарыу өсөн ҡуйылған. Йәштәр зонаһында театр, фото-видео студиялары эше ойоштороласаҡ, оҫталыҡ дәрестәре, кино ҡарау, бейеү кисәләре үткәреләсәк. Массаж креслоһында ултырып, психология буйынса китаптар уҡыу оло йәштәгеләрҙең күңеленә хуш килер.