Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Милли проекттар
13 Май 2021, 17:41

Был юл баш ҡала менән районды бәйләй

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡоростандың баш ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Алексеевка шоссеһының дүрт километрлыҡ участкаһы капиталь ремонтланасаҡ. Төҙөүсе ойошма Исҡужин урамында эштәрҙе башлаған да.
“Был автомобиль юлы Өфө ҡалаһы менән Өфө районынын тоташтырыусы мөһим юл селтәре булып тора. Әле ремонтланған участка юғары юл трафигы менән айырыла, шуға күрә уны капиталь ремонтлау кәрәк”, – тинеләр Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәтендә.
Әлеге ваҡытта юлсылар биш сантиметрлыҡ иҫке ҡатламды алып ташлай. Был эштәр 23 майға тиклем дауам итәсәк. Артабан эшселәр 12 сантиметрлыҡ юл ситен нығытасаҡ, тротуарҙарҙы һәм йәмәғәт транспорты туҡтаған урындарҙы яңыртасаҡ, асфальттың аҫҡы һәм өҫкө япмаларын түшәйәсәк һәм термопластик менән юл тамғаһы һыҙасаҡ.
Документтарға ярашлы, капиталь ремонт 15 сентябрҙә тамамланырға тейеш. Әммә һәйбәт һауа шарттары тороуы арҡаһында, был ваҡыттың 20 июнгә тиклем ҡыҫҡарыуы ихтимал.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас